МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

МӨКӘРӘМӘ АҠБУТИНА

Мөкәрәмә Аҡбутина  1949 йылда Юнай ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда төрлө эштә эшләй. Хәҙерге ваҡытта Үтәғол ауылында йәшәй, хаҡлы ялда. "Йәмһибә" фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы. Шиғырҙар яҙа, улар район гәзитендә даими баҫылып торалар.

Йәйге таңда фашист ҡоҙғондары

Илебеҙгә үлем ташланы.

Дәррәү күтәрелде барса халыҡ

Үлемесле алыш башланды.

Тыуған ерҙең һәр аҙымы өсөн

Ҡосоп ауҙы һалдаттар.

Улар ҡаны һеңгән байраҡты тотоп,

Алға барҙы ҡалған яуҙаштар.

Ер һелкетеп туптар шартлағанда

Яу яланын ташлап ҡасманы .

Үлем сәсеп торған дошман утын

Үҙ күкрәктәре менән ҡапланы.

Тылдағылар көндө-төнгә ялғап

Ураҡ урып, урман ҡырҡтылар.

Дошманға булған асыу-нәфрәтте

Ҡорал итеп яуға оҙаттылар.

Ғәрәсәтле һуғыш, аслыҡ заманының

Ауыр йөгөн халҡым күтәрҙе.

Батыр улдар, гүзәл ҡыҙҙарыбыҙ

Ят тупраҡта ҡалды күптәре.

Байрам итә илем 70-се яҙын,

70-се яҙын бөйөк Еңеүҙең.

Насип булһын тыныс, шат йәшәргә

Был байрамдың 80, 90 һәм йөҙөн!

Яндекс.Метрика