МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ГӨЛНАР ХӨСӘЙЕНОВА

Туған телем – әсәм теле,

Телем асылды «әсәй» тип.

Туған телем – берҙән-берем,

Әсәм кеүек ҡәҙерле.

Һандуғас йырлай моңло

Телебеҙ матур, наҙлы.

Яратҡан кеүек әсәмде,

Яратам мин телемде.

Туған телем – башҡорт теле

Бер телдән дә кәм түгел.

Ғорур һөйләш, йырҙар йырла

Оялма һин телеңдән.

Туған телем – башҡорт теле

Боронғонан аманат.

Һиндәй телгә һис ҡасан да

Итмәмен мин хыянат.

Яндекс.Метрика