МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

МӘҘИНӘ РӘХИМҒОЛОВА

Таң атҡанда, ҡояш ҡалҡҡанда,

Донъяға бәпес ауаз һала.

Уҡтан да етеҙ, туптан да шәп,

Бигерәк шаян, шуҡ бала.

Атаһы өсөн төпсөк ул,

Әсәһе өсөн бәпес ул.

Ағалары өсөн етеҙ, батыр,

Апаһы өсөн ҡусты матур.

Ҡайҙа барһа, Рифат ҡустым,

Барыһы ла хайран ҡала.

Шуҡ бала, Рифат ҡустым,

Шаянлыҡ менән дан ала.

Тормошоң юлында, ҡустым,

Бәхетең оҙон ғүмерле булһын.

Ышанабыҙ һиңә, Рифат,

Атай, әсәйгә бул һин терәк. 

Яндекс.Метрика