МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ФӘТИХ ИСХАҠОВ

Исхаҡов Фәтих Ибраһим улы 1924 йылда Байыш ауылында тыуған. Байыш мәктәбендә 8 класты тамамлағас, Сабатар мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Матур итеп һүрәттәр төшөрә, шиғырҙар яҙа. Киләсәккә яҡты хыялдар менән йәшәгән талантлы егеттең өмөттәрен һуғыш юҡҡа сығара. 18 йәше яңы ғына тулған Фәтих тыуған илен, ата-әсәһен, туғандарын, халҡын һаҡлап 1942 йылда яуға китә. Утлы һуғыш эсендә лә ул шиғыр яҙыуын дауам итә, өйгә шиғыр менән яҙылған фронт хаттарын ебәрә башлай.

1943 йылдың август айында Фәтих Исхаков батырҙарса һәләк була. Уға 19 ғына йәш ине. Күпме шиғыр яҙылмайынса ҡалды, сәскә генә ата башлаған ижадты һуғыш быуҙы.

 

Әткәй, әнкәй, бөгөн көйгә һалып,

Яҙам һеҙгә хаттар ултырып,

Ҡанлы һуғыш барған алыҫ ерҙән,

Аҡ ҡағыҙҙың битен тултырып.

Сәләм минән һеҙгә, туғандарым,

Сәләм һеҙгә алыҫ илдәрҙән,

Туптар гөрһөлдәгән, пуля осҡан,

Ауыр һуғыш барған ерҙәрҙән.

Мин иҫән-һау хәҙер, туғандарым,

Көрәшәмен һалып бар көсөм.

Беҙ торабыҙ ҡорос стеналай,

Үс алабыҙ яуыз дошмандан,

Фашистарҙан хәҙер беҙ алабыҙ

Үлем өсөн үлем, ҡанға -ҡан.

Яндекс.Метрика