МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ФӘНИӘ ЮЛАНОВА

Юланова Фәниә Марат ҡыҙы 1994 йылдың 1 ғинурында Ейәнсура районы Мәзит ауылында тыуған. Башланғыс белемде Мәзит мәктәбендә алғас, Өмбәт урта мәктәбендә 10-сы синыфҡа тиклем уҡый. Мәктәп 9 йыллыҡҡа ҡалдырылыу сәбәпле 11-се синыфты Ейәнсура башҡорт гиназияһында уҡый. Гимназияны тик яҡшы билдәләргә генә тамалап, 2012 йылда БДУ-ның башҡорт филология һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Фәниәнең мәктәптә уҡыған сағында уҡ шиғырҙары, һүрәтләмәләре, мәҡәләләре район гәзите биттәрендә баҫылып сыға, ул «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләп, Гран-при ҙа яулай. Хәҙерге көндә Фәниә БДУ-ның «Шоңҡар» әҙәби түңәрәге ағзаһы, «Йәшлек» гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе, Башҡорт дәүләт драма театрының музей хеҙмәткәре. Ейәнсура башҡорт гимназияһы уның «Күңел ауазы» исемле тәүге китабын сығара. Фәниә үҙен режиссура өлкәһендә лә һынап ҡарай: 2015 йылда «Бер яҡты көндө» исемле фильм төшөрөп, Силәбе ҡалаһы ойошторған «Осҡон» видеофильмдар конкурсында ҡатнаша.

*   *   *

Күптән инде шиғыр яҙғаным юҡ,

 Тыуған яҡҡа һирәк ҡайтыла.

Һағынышлы хаттар юллайым да,

Тағы Өфө, шаулы баш ҡала.

Бәлки шуға илһам килмәйҙер ҙә,

Үпкәләгән микән, кем белә.

Бына ҡайттым, тыуған яғым - ожмах,

Күңелемдән шиғыр түгелә...

Яҙам әле, яҙам рәхәтләнеп,

Шиғырҙарым мине һағынған.

Һәр һүҙемде йөрәк йылым менән

Изге теләк әйтеп тамыҙам…

Яндекс.Метрика