МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ГӨЛНУР ҠЫУАТОВА

kuvatovaДанлыҡлы Ҡыуатовтар нәҫеленән булған Гөлнур Нурвил ҡыҙы Ҡыуатова, Ейәнсура районы Юлдаш ауылында тыуып үҫкән. Тамырҙары менән Ырымбур өлкәһе башҡорто булған һәләтле ҡыҙ, бәләкәйҙән китап яратып, күңеленең саф хистәрен аҡ ҡағыҙ биттәренә шиғри шәлкемдәр итеп яҙып бара. Силәбе Дәүләт академияһында белем ала. Хеҙмәт юлын тыуған ауылы китапханаһында китапханасы булып башлай. Артабан Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетының китапханаһында баш белгес вазифаһын башҡара. Хәҙерге көндә «Йәшлек» гәзитендә хәбәрсе булып эшләй. Шағирәнең «Гөл һағышы – нурлы күңел» һәм «Тик һөйөүҙән тора йөрәгем» исемле китаптары донья күрҙе. Уның  шиғырҙарына  әлеге ваҡытта 100-ән ашыу йыр яҙылған, уларҙы билдәле һәм йәш йырсылар башҡара."Ҡош юлы" республика фестиваленең йәш шағирҙар бәйгеһендә 2-се урын яуланы, "Юлдаш йыры" республика конкурсы лауреаты.

Список литературы:

1. Ҡыуатова Г.Н. , Гөл һағышы – нурлы күңел [Текст] /Г.Н.Ҡыуатова.- 2012.- Б.100

2. Ҡыуатова Г.Н., Тик һөйөүҙән тора йөрәгем [Текст] / Г.Н. Ҡыуатова: Өфө. – 2014. – Б.80

3. Ҡыуатова Г. «Аҡсаһыҙлыҡ ижадҡа кәртә түгел»: [Текст] // Йәшлек. – 2015. – № 6. – Б. 14.  [Н. Мусин менән Әҙәбиәт йылы тураһында әңгәмә]

4. Ҡыуатова Г. Башҡорт эпостары төрки доньяны яулай. [Башҡорт эпостарының тарихы тураһында Ғайнислам Дәүләтбай улы Ибраһимов менән әңгәмә]

 

Яндекс.Метрика