МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

Новости библиотеки

  • Главная
    Главная Страница отображения всех блогов сайта
  • Категории
    Категории Страница отображения списка категорий системы блогов сайта.
  • Теги
    Теги Отображает список тегов, которые были использованы в блоге
  • Блоггеры
    Блоггеры Список лучших блоггеров сайта.
  • Блоги групп
    Блоги групп Страница списка лучших командных блогов.
  • Авторизация
    Войти Login form

“Рәхмәт һиңә, бал ҡорто!"

Добавлено Дата:

“Өлгөрмәҫлек ташып 
бал ҡорттары- 
Йүкәләрҙән һығылып бал тама! 
Сәскәләрен һыпырып сәйгә һалам- 
Шау бал булып аңҡый сәйҙәрем. 
Йөрәгемдең бар яфаһын йыуа 
Уралымдың шифа йәйҙәре”,- тип яҙған Рауил Бикбаев. Ысынлап та, ошо матур йәй айҙарында баллап сәй эсеү үҙе бер бәхетле, әйтеп аңлатҡыһыҙ хистәргә сорнаған бер мәл бит ул. Шул мәлде булдырыусы умартасыларыбыҙ ошо көндәрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләп үттеләр. Республикабыҙҙа бик күп кеше умарта тота: кемдер балды һатыу өсөн етештерә, ә кемдер татлы аҙыҡты үҙенең ғаиләһенә етерлек кенә итеп тота. 

Бына ошо матур байрам хөрмәтенән үҙәк китапхананың уҡыу залында “Рәхмәт һиңә, бал ҡорто, йәки баллы булһын сәйҙәребеҙ” тип исемләнгән сара булып үтте. Сарала ҡатнашыусылар башҡорт балы тураһында төрлө шиғырҙар уҡып, йырҙар йырлап, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Ә иң мөһиме, хуш еҫе аңҡып торған татлы бал менән сәй эстелер.

Редактировалось Дата:
Комментарии не доступны для неавторизованных пользователей. Пожалуйста, авторизуйтесь вначале , чтобы прочесть/добавить комментарии.

Друзья сайта

Copyright © 2013. All Rights Reserved.

Яндекс.Метрика