МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

Новости библиотеки

  • Главная
    Главная Страница отображения всех блогов сайта
  • Категории
    Категории Страница отображения списка категорий системы блогов сайта.
  • Теги
    Теги Отображает список тегов, которые были использованы в блоге
  • Блоггеры
    Блоггеры Список лучших блоггеров сайта.
  • Блоги групп
    Блоги групп Страница списка лучших командных блогов.
  • Авторизация
    Войти Login form

“Ерҙә һәр тел – бөйөк хазинаһы халыҡтың”

Добавлено Дата:

Бөгөн 21 февраль Халыҡ- ара туған телдәр көнөнә һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең оло юбилейына арналған “Ерҙә һәр тел – бөйөк хазинаһы халыҡтың” исемле әҙәби – шиғриәт кисә үткәрелде. Сараға Иҫәнғол 2-се һанлы урта мәктәбенең 7, 8-се синыф уҡыусылары (синыф етәкселәре Хәмитова Д.М., Яҡшыбаева Ф.К.) саҡырылды. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ элек-электән телде һаҡлауҙың әһәмиәтен аңлаған, уны киләсәк быуынға еткереү хәстәрлеген күргән. Һәр дәүерҙә һүҙ оҫталары – йырауҙар, сәсәндәр, шағирҙар һәм яҙыусылар – телебеҙҙең яҙмышы өсөн борсолған. Туған телде ҡәҙерләп һаҡлаусы, киләсәк быуынға еткереүсе - халыҡ булһа, уның нәфислеге, моңо – әҙиптәр ҡулында. Шағирҙар – халыҡ теленең иң матур өлгөләрен, байлығын, күркәмлеген үҙҙәренең ижадында сағылдырып, халыҡ күңеленә ҡайтарыусылар булып торалар.

Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәрим был турала бына нисек бәйән итә: 
«Әсәм теле – иман телем, 
Әгәр һине һағынмаһам, 
Көн дә һиңә табынмаһам, 
Телдәремдән яҙыр инем». 
Сара барышында алып барыусы бөйөк әҙиптең тормошо һәм бай, сағыу ижады менән видиояҙма аша таныштырып үтте. Мостай Кәрим әҫәрҙәре һәм халыҡ шағирының ижади мираҫын өйрәнеү буйынса әҙерләнгән викторина ла һәр уҡыусы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән әүҙем ҡатнашып, белемдәрен барланылар. Артабан улар бөйөк һүҙ оҫтаһының “Россиянмын”, “Ҡайын япрағы тураһында”, “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”, “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”, “Ҡоштар осорам” кеүек киң билдәле шиғырҙарын уҡып, бөгөнгө көндә лә шағирҙың тәрән мәғәнәле, үлемһеҙ ижады һәр китап уҡыусының яратҡан әҫәре булыуы тураһында һөйләнеләр. 
“Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр”, - ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Киләсәктә лә һәр баланың теле үҙ туған телендә асылһын! Бының өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек!

Редактировалось Дата:
Комментарии не доступны для неавторизованных пользователей. Пожалуйста, авторизуйтесь вначале , чтобы прочесть/добавить комментарии.

Друзья сайта

Copyright © 2013. All Rights Reserved.

Яндекс.Метрика