МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

Новости библиотеки

  • Главная
    Главная Страница отображения всех блогов сайта
  • Категории
    Категории Страница отображения списка категорий системы блогов сайта.
  • Теги
    Теги Отображает список тегов, которые были использованы в блоге
  • Блоггеры
    Блоггеры Список лучших блоггеров сайта.
  • Блоги групп
    Блоги групп Страница списка лучших командных блогов.
  • Авторизация
    Войти Login form

"Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы? Беҙҙә кейеҙ баҫалар!"

Добавлено Дата:

     Замана арбаһы алға тәгәрән һайын Кешелек үҙенең боронғоһона йышыраҡ ҡайырылып ҡарарға, ҡулдан килерҙәй шѳғѳлдәрҙе тергеҙергә тырыша. Заманса технологиялар ҡулланып эшләнгән синтетик әйберҙән, күҙалдатҡыс буяуҙар ҡушып әҙерләнгән аштан баш тартып, тәбиғәт биргән таҙа әйбергә, аш-һыуға ѳҫтѳнлѳк бирә.Сит илдәрҙә айырым-айырым тѳркѳм кешеләр боронғоһон юллауға иртәрәк тотондо, сѳнки унда цивилизация ла тиҙерәк килде һәм аңлы кешеләр был юлдың хәүефле яҡтарын күреп, ата-бабалары шѳғѳлѳн балаларына ѳйрәтә башланы.  Бөгөнгө көндә беҙҙең арабыҙҙа ла ошо матур йоланы дауам итеүселәр бихисап. Шулар араһында Үтәғол ауылы китапханасыһы  Яубасарова Фәүзиә Рәшит ҡыҙының  ижад емештәре үҙе бер матурлыҡ өлгөһө булып тора  Халыҡ университеты уҡыусылары өсөн  “Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы, беҙҙә кейеҙ баҫалар!” исемле  халыҡ кәсептәре буйынса матур сара үткәрелде.  Сараға Үтәғол ауылы китапханасыһы Йосопова Фәүзиә Рәшит ҡыҙы үҙенең йөндән эшләнгән матур, сағыу, күркәм әйберҙәрен күрһәтеп, ошо ижадҡа килеүе, ҡулланылған тәбиғи материалдар   тураһында бәйән итте. Артабанғы өлөштә ул  әҙер  материалдар менән оҫталыҡ дәресе үткәреп, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

      Эйе,  ижади кешеләр – тирә-яҡҡа изгелек таратыусылар, тип иҫәпләйем мин. Улар матурлыҡ булдырырға өйрәтә, ә уның аша, әлбиттә, изгелек, был донъя менән һоҡланыу, уны һаҡларға ынтылыу хистәре уяна. 

        Эйе,  бар яҡтан да һәләтле  башҡорт апайҙары  районыбыҙҙың һәр ауылында ла барҙар. Шулар араһында Фәүзиә Рәшит ҡыҙының булыуы үҙе бер һөйөнөс. Киләсәк тә уға ижади һәләтенең артыуын, яңынан-яңы  күркәм  ҡул эштәре менән беҙҙе ҡыуандырып тороуын теләйем. Ошондай  хисле, гүзәллек тыуҙырған ҡул эштәрен республикабыҙ үткәргән  күргәҙмәләрҙә күрергә насип булһын.

 

Редактировалось Дата:
Комментарии не доступны для неавторизованных пользователей. Пожалуйста, авторизуйтесь вначале , чтобы прочесть/добавить комментарии.

Друзья сайта

Copyright © 2013. All Rights Reserved.

Яндекс.Метрика