МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

Новости библиотеки

  • Главная
    Главная Страница отображения всех блогов сайта
  • Категории
    Категории Страница отображения списка категорий системы блогов сайта.
  • Теги
    Теги Отображает список тегов, которые были использованы в блоге
  • Блоггеры
    Блоггеры Список лучших блоггеров сайта.
  • Блоги групп
    Блоги групп Страница списка лучших командных блогов.
  • Авторизация
    Войти Login form

"Бикчәнтәев уҡыуҙары"

Добавлено Дата:

“Яҙыусы хеҙмәте - тылсымлы профессия ул”, - тип яҙҙы үткән быуаттың урталарында Әнүәр Бикчәнтәев. Күренекле яҙыусының тыуыуына - 105 йыл тулыу уңайынан ойошторолған “Бикчәнтәев уҡыуҙары” республика акцияһы сиктәрендә, үҙәк район китапханаһында “Әҫәрҙәрендә заман заңы, дәүер һулышы” тип исемләнгән әҙәби сәғәт булып үтте. Сарала Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатының уҡыусылары ҡатнашты. Әҙәбиәтте һәм сәнғәтте үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн Ғ. Сәләм исемендәге комсомол премияһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған бөйөк яҙыусының сағыу, бай, үҙенсәлекле тормош юлы тураһында уҡыусылар презентация аша танышты. 


“Әгәр беҙ доньяға һәр килер быуындарға үҙебеҙҙең легендар һәм романтик эпохабыҙ тураһында һөйләп бирмәйбеҙ икән, үҙебеҙҙең яҙыусы тигән маҡтаулы исемебеҙҙе аҡламаясаҡбыҙ”, - тип яҙҙы Әнүәр Һаҙый улы бер мәҡәләһендә. Шуны дәллиләп, йәш гимназистар яҙыусының фронт юлдарында күргән ғибрәтле ваҡиғалары һәм ишетелгән хәлдәр тураһында ижад ителгән “Бөркөт һауала үлә”, “Нисә йәш һиңә комиссар”, “Хушығыҙ, көмөш ямғырҙар” әҫәрҙәре буйынса фекер алышып, төп геройҙар - А.Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов), Азат Байғужин, Маринка, Миша, Микола, Стефа кеүек тиңдәштәренең яу батырлыҡтары, тәндәре пуля, тимер ярсыҡтары менән телгеләнеп бөткән, әммә рухтары менән көслө ҡаһармандар быуынын, Ватан өсөн йәнен аямаған батырҙарыбыҙ - Шакирйән Мөхәмәтйәновтың тиңһеҙ батырлығы тураһында видиофильмдан өҙөк ҡарап, киләсәктә заманыбыҙҙың маҡсатлы, илһөйәр, алдынғы ҡарашлы ул һәм ҡыҙҙары булырға һүҙ бирҙеләр. Күренекле, талантлы фронтовик яҙыусының бар эпоханы сағылдырған, бик күп телдәргә тәржемә ителгән, башҡорт совет әҙәбиәтенең әҙәби мираҫы, рухи хазинаһы, тәрән мәғәнәгә эйә булған патриотик рухлы, фәһемле, уҡымышлы әҫәрҙәре һәр совет кешеһенең күңеленә үтеп инеп, бөгөнгө көндә лә үҙ актуаллеген юғалтмай, төрлө быуын вәкилдәренең яратҡан китаптары булып ҡала.

Редактировалось Дата:
Комментарии не доступны для неавторизованных пользователей. Пожалуйста, авторизуйтесь вначале , чтобы прочесть/добавить комментарии.

Друзья сайта

Copyright © 2013. All Rights Reserved.

Яндекс.Метрика