МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

Новости библиотеки

  • Главная
    Главная Страница отображения всех блогов сайта
  • Категории
    Категории Страница отображения списка категорий системы блогов сайта.
  • Теги
    Теги Отображает список тегов, которые были использованы в блоге
  • Блоггеры
    Блоггеры Список лучших блоггеров сайта.
  • Блоги групп
    Блоги групп Страница списка лучших командных блогов.
  • Авторизация
    Войти Login form

"Башҡортостан: быуаттарҙан быуаттарға"

Добавлено Дата:

12 октябрь көнө, китапхананың уҡыу залында өсөнсө быуын Халыҡ университеты уҡыусылары өсөн республиканың тыуған көнөнә арналған видиолекторий булып үтте. Башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, фекер алышыу булды. 

Халҡыбыҙҙың тарихында оялырлыҡ, хурланырлыҡ бер генә нәнә лә юҡ. Башҡорттар бер ваҡытта ла башҡа халыҡтың ер-һыуына баҫып инмәгән, ҡан ҡоймаған, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙҙарын зар илатмаған. Ул, киреһенсә, ете быуат ярым буйы ҡанһыҙ баҫҡынсыларҙың йыртҡыслығынан ыҙа сиккән, ғәҙеллек өсөн, азатлыҡ өсөн көрәшкән. 

Башҡорт теле тураһында һүҙ йөрөткәндә шуны әйтеп үтергә кәрәк: Мәхмүд Ҡашҡаирҙың 1073-1074 йылдарҙа тамамланған “Төрки телдәр һүҙлеге” китабында башҡорт теле иң ныҡ билдәле төрки телдәр иҫәбенә индерелгән. Хәҙерге көндә уның рус теле менән бер рәттән дәүләт теле булып һаналыуы бик ҡыуаныс. 

Был сарала ҡатнашыусылар Башҡортостан тураһында викторина һорауҙарына яуап биреп, тыуған ил хаҡында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөп бик ҡәнәғәт булып таралыштылар.

 

Редактировалось Дата:
Комментарии не доступны для неавторизованных пользователей. Пожалуйста, авторизуйтесь вначале , чтобы прочесть/добавить комментарии.

Друзья сайта

Copyright © 2013. All Rights Reserved.

Яндекс.Метрика