МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

Новости библиотеки

  • Главная
    Главная Страница отображения всех блогов сайта
  • Категории
    Категории Страница отображения списка категорий системы блогов сайта.
  • Теги
    Теги Отображает список тегов, которые были использованы в блоге
  • Блоггеры
    Блоггеры Список лучших блоггеров сайта.
  • Блоги групп
    Блоги групп Страница списка лучших командных блогов.
  • Авторизация
    Войти Login form

Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары

Добавлено Дата:

22 майҙа үҙәк китапханала сираттағы «Халыҡ университетының өсөнсө быуын» вәкилдәренә «Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары» темаһына сара үткәрелде. Сараны Яңыбай һәм Ҡужанак ауылдары китапханасылары Наилә Хөсәйенова һәм Гөлсинә Ҡунысбаева әҙерләне. Сараның маҡсаты – Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары менән таныштырыу ине. Дәресебеҙ башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдарына арналғас, әлбиттә тәүге һүҙебеҙҙе мәшһүр ҡурайҙан башланыҡ. Башҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәһенең береһе, башҡорт халҡының символы булған ҡурай тураһында «өсөнсө быуын» вәкилдәре ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдылар, үҙҙәре лә данлыҡлы, мәшһүр ҡурайсыларыбыҙҙы әйтеп, һанап үттеләр. 

Йәнгә яҡын көй ағыла 
Ауылым урамында. 
Әллә ниндәй тылсым, сер бар 
Шул гармун моңдарында. – 

Артабынғы һүҙебеҙ гармун тураһында булды. Тамашасыларыбыҙ гармундың тарихы менән танышҡандан һуң, гармунға ҡушылып йырҙар йырланылар, бейенеләр, башҡорт халҡының йола уйындарын уйнанылар. Үҙҙәренең йәш саҡтарын, тальян гармунлы киске уйындарҙы иҫләп алдылар. 

Ҡумыҙ уйнай беҙҙең Фуат, 
Оҫта итеп сиртә-сиртә. 
Гөлсинәбеҙ түҙә алмай, 
Тыпыр-тыпыр бейеп китә. –

Сарабыҙҙың ҡумыҙға арналған өлөшөн саҡырылған ҡунағыбыҙ Фуат ҡумыҙҙа уйнап, Гөлсинә ҡумыҙ көйөнә бейеп, башлап ебәрҙек. Был музыка ҡоралы тураһында һүҙебеҙҙе Яңыбай ауыл биләмәһенең оҫта гармунсыһы, мандолина, баян моңдарын музыка яратыусыларға еткереүсе, ҡумыҙ эшләү оҫтаһы Фуат Ильмир улы Ҡужәхмәтов дауам итте. Ул бөтә нескәлектәре менән ҡумыҙ, уны эшләү серҙәре тураһында һөйләне, төрлө көйҙәр уйнап ишеттерҙе. Ул тыңлаусыларҙың күп һанлы һорауҙарына төплө яуап бирҙе. Ҡумыҙ сиртергә өйрәткән уҡыусылары тураһында һөйләне. Фуат үҙе гармунда, уҡыусыһы Гөлсинә ҡумыҙҙа уйнап, тамашасыларҙы ҡыуандырҙылар. Тыңлаусылар үҙҙәре лә күләгә бейенеләр, викторина һорауҙарына ихлас яуап бирҙеләр, фәһемле фекерҙәр менән уртаҡлаштылар. Уларҙың һәр береһенә ҡумыҙҙың тарихы, уның тураһындағы фәһемле фекерҙәр, ҡумыҙҙың дауаһы тураһында яҙылған буклеттар таратылды. Презентациябыҙ ҡурай моңо дауамында экранда күрһәтелеп барылды. 
«Атай-олатайҙарыбыҙҙың милли музыка ҡоралдарын танып беләйек, үткәндәр менән бәйләнеште өҙмәйек. Белеүебеҙсә,16 май изге рамаҙан айы башланды. Изге Рамазан айы Мөбәрәк булһын. Рамаҙан айы йөрәктәребеҙҙе иман нурында нурлаһын, йорттарыбыҙ хәйер-бәрәкәт менән тулһын, тик изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә яҙһын! – тип теләктәр әйтеп, сарабыҙҙы тамамланыҡ.

Редактировалось Дата:
Комментарии не доступны для неавторизованных пользователей. Пожалуйста, авторизуйтесь вначале , чтобы прочесть/добавить комментарии.

Друзья сайта

Copyright © 2013. All Rights Reserved.

Яндекс.Метрика