МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

Новости библиотеки

  • Главная
    Главная Страница отображения всех блогов сайта
  • Категории
    Категории Страница отображения списка категорий системы блогов сайта.
  • Теги
    Теги Отображает список тегов, которые были использованы в блоге
  • Блоггеры
    Блоггеры Список лучших блоггеров сайта.
  • Блоги групп
    Блоги групп Страница списка лучших командных блогов.
  • Авторизация
    Войти Login form

"Һаулыҡ - ҙур байлыҡ"

Добавлено Дата:

9 апрелдә Яңыбай ауыл китапханаһында 4 класс уҡыусылары менән   "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ" исемле  сара ойошторолдо. Балалар сәләмәт   йәшәү рәүеше ҡағиҙәләре менән танышып уттеләр. Сәләмәтлек- ул   өҫ-баштар таҙа - бөхтә булыу, гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, көн режимын   тотоу, дөрөҫ туҡланыу, насар ғәҙҙәттәр булдырмау, спорт менән   шөғөлләнеүҙән башлана икәненә төшөндөләр. Һаулыҡ тураһында үҙ-   ара әңгәмә ҡорҙолар ,аҙаҡ уйындар үткәрелде: "Мәҡәлдең аҙағын   әйтеп бөт", "Йомаҡ-кроссворд" сисеп тултыр. "Сәләмәт кеше ниндәй   була?"уйынында сәскә таждарына яуаптар яҙып ромашка сәскәһен   эшләнеләр. "Ашарға яраҡлы һәм яраҡһыҙ " уйынында дөрөҫ   ҡулланыла торған ашамлыҡтарҙы таптылар. Бигерәк тә физик   күнекмәләрҙән торған уйындарҙы яратып башҡарҙылар.
 Шулай уҡ был сараға ауылыбыҙҙың фельдшер аккушерлыҡ пунктынан   саҡырылған табип Айгөл Хөсәйенова ла һаулыҡ өсөн файҙалы   кәнәштәр тураһында һөйләп ишеттерҙе. Вакцина -прививкалар ни   өсөн  эшләнелгәнен аңлатты. Бигерәк тә яҙғы ваҡытта талпандарҙан   һаҡ булырға өйрәтте. 
Һаулыҡ һәр кешенең үҙ ҡулында. Сәләмәт булған кеше генә ихлас йылмая, көлә, матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтыла , бары тик бәхетле була тигән һығымта яһалды. Ни тиһәң дә бит "Сәләмәт тәндә -сәләмәт рух!".

Редактировалось Дата:
Комментарии не доступны для неавторизованных пользователей. Пожалуйста, авторизуйтесь вначале , чтобы прочесть/добавить комментарии.

Друзья сайта

Copyright © 2013. All Rights Reserved.

Яндекс.Метрика