МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

Новости библиотеки

  • Главная
    Главная Страница отображения всех блогов сайта
  • Категории
    Категории Страница отображения списка категорий системы блогов сайта.
  • Теги
    Теги Отображает список тегов, которые были использованы в блоге
  • Блоггеры
    Блоггеры Список лучших блоггеров сайта.
  • Блоги групп
    Блоги групп Страница списка лучших командных блогов.
  • Авторизация
    Войти Login form

"Ағинәйҙәр" ойошмаһы

Добавлено Дата:

Район үҙәк китапхана янында ойошоторолған " Ағинәйҙәр " ойошмаһының эше баһалап бөткөһеҙ. Йәш быуынға тәрбиәүи эш алып баралар, боронғо башҡорт йолаларын тергеҙәләр, районда үткән барлыҡ сараларҙа ихлас ҡатнашалар. Тап улар кемдеңдер күрһәтмәһе, бойороғо менән түгел, ә күңел ҡушыуы, милли рух дәрте менән ауыл, район, республика, ғөмүмән, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә эштәр атҡара бит. Йәмәғәт эшен улар йәшәү рәүешенә, көндәлек ихтыяжына әйләндерҙе хәҙер. 

Бөгөн, үҙәк китапхананың уҡыу залында ағинәйҙәр менән асыҡ һөйләшеү сараһы булып үтте. Китапханасы барыһын да Яңы йыл менән ҡотлап, изге теләктәрен матур шиғыр юлдары аша еткерҙе. Мөкәрәмә Зәйнулла ҡыҙы үткән йылда эшләнелгән эштәр тураһында һөйләп үтте, үткәрелгән сараларға һәр кем үҙ фекерен еткерҙе. Нурия Мөхтәр ҡыҙы яңы йылға оло маҡсаттар ҡуйып, эшләйәсәк эш планы менән таныштырып, халыҡ йолаларын тергеҙеүҙе дауам итеп, төп иғтибарҙы йәш быуынды тәрбиәләүгә йүнәлтеп, республика, район кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашып, аҡылыбыҙ, аңыбыҙ, иманыбыҙ, ҡылған эштәребеҙ менән үрнәк булайыҡ, тигән ихлас һүҙҙәр еткерҙе. 

Редактировалось Дата:
Комментарии не доступны для неавторизованных пользователей. Пожалуйста, авторизуйтесь вначале , чтобы прочесть/добавить комментарии.

Друзья сайта

Copyright © 2013. All Rights Reserved.

Яндекс.Метрика