МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

Новости библиотеки

  • Главная
    Главная Страница отображения всех блогов сайта
  • Категории
    Категории Страница отображения списка категорий системы блогов сайта.
  • Теги
    Теги Отображает список тегов, которые были использованы в блоге
  • Блоггеры
    Блоггеры Список лучших блоггеров сайта.
  • Блоги групп
    Блоги групп Страница списка лучших командных блогов.
  • Авторизация
    Войти Login form

"Мин халҡымдың рухи хазинаһын, Илем,һиңә биреп ҡалдырҙым"

Добавлено Дата:

2018 йыл әҙәбиәт өлкәһендә күренекле  әҙиптәребеҙҙең, шағирҙарыбыҙҙың күркәм юбилей  даталарына бай йыл. Шулар араһында  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, проза әҫәрҙәре оҫтаһы, талантлы шағирә, билдәле драматург, күренекле тәржемәсе, публицист  Зәйнәб Биишеваның оло юбилейын билдәләү -  республика халҡы өсөн ҙур ваҡиға.   

       Үҙәк китапханала  1-се мәктәптең   8-се синыф уҡыусылары өсөн әҙибәнең бай, сағыу, һоҡланғыс ижадына  арналған “Мин рухымдың аҫыл хазинаһын, Илем, һиңә биреп ҡалдырҙым” тип исемләнгән әҙәби  кисә булып үтте.  Шаулы, даулы, ярһыу заманда, ижад ғазаптарында, юғалтыу һағыштарында, табыш шатлыҡтарында, халыҡ ихтирамы менән  бергә нахаҡҡа, ҡыйырһытылыуҙарҙа үткән ғүмере  һәм  бала-сағындағы хәтирәләре тураһында әҙибәнең  иҫтәлектәрен тыңлау   уҡыусыларға видио презентацияла  аша  күрһәтелде. Яҙыусының улы, профессор Тельман Әминевтың хәтирәләре аша  уларҙың ғаиләһе тураһында ла танышып үтте уҡыусылар. 

       Башта әҙибә  балалар яҙыусыһы булып  танылды, романтик рухлы хикәйә һәм хикәйәттәр, шиғырҙар һәм ғибрәтле әкиәттәр яҙҙы. Яҙыусының оло ижадҡа  аяҡ баҫыуы,  хикәйәләренең  йылдан-йыл ҡеүәтләнә барыуы, уҡымлы булыуы менән  меңәрләгән  уҡыусыларҙың күңеленә  яңынан-яңы  юлдар ярған, халыҡтарҙың   хаҡлы ихтирамын  яулап алған үлемһеҙ әҫәрҙәре хаҡында  ла күп   мәғлүмәткә эйә булды сарала ҡатнашыусылар.  Бөйөк әҙибәнең   ижады нисек кенә  күп яҡлы, төрлө жанрлы булмаһын, уның иң киң билдәле ижад ҡаҙанышы булып, әлбиттә, “Яҡтыға” трилогияһы тора.

     “...Был  романдар циклы башҡорт халҡының тарихы,  моңо, аҡылы, ҡаһарманлығы хаҡында. Тормош  төпкөлөнән, хеҙмәтсән халыҡ ҡатламдарынан сығып, һоҡланғыс ижад бейеклектәренә күтәрелә алған Зәйнәб  Биишева ысын – ысындан да  халыҡ яҙыусыһы һәм был хәҡиҡәтте ул үҙенең тормошо, булмышы, ижады менән  иҫбатланы”, - тип һөйләне алып барыусы.  Артабан бөйөк һүҙ оҫтаһының  тәрән йөкмәткеле, үҙенсәлекле, бөгөнгө көндә лә һәр китап уҡыусының  күңелендә булған  сағыу, һоҡланғыс  шиғырҙарын  уҡыусылар һөйләп ишеттерҙеләр.  Башҡортостан Яҙыусылар союзы  һәм Күгәрсен районы хакимиәте менән берлектә  булдырылған  Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттары тураһында ла китапханасы таныштырып үтте. 

       “Бөгөнгө Зәйнәб Биишева ижады – тауҙай хеҙмәт һәм шуға торошло оло            хөрмәткә лайыҡлы ҡаһарманлыҡ.  Уның бөтә ғүмере  - туған халҡына хеҙмәт  итеү булды. Үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, “изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул”. Ә  инде  һоҡланғыс ижады - беҙгә һәм һеҙгә, хөрмәтле уҡыусылар, ысын - ысындан да  аҫыл хазина ул. Беҙҙең китапхана фондында булған  рухи хазинаһын – бай телле, ҡыҙыҡ та, фәһемле лә әҫәрҙәрен уҡыйыҡ, өйрәнәйек, уларҙан үҙебеҙгә һабаҡ алайыҡ”, - тигән изге һүҙҙәр менән тамаланды  әҙәби сара.  

 

 

 

Редактировалось Дата:
Комментарии не доступны для неавторизованных пользователей. Пожалуйста, авторизуйтесь вначале , чтобы прочесть/добавить комментарии.
Яндекс.Метрика